Йыл һайын бик күп сабый ауыр, ҡатлаулы процедуралар аша үтергә мәжбүр. Был ваҡытта табиптар уларҙы йыуатырға тырыша, күңелдәрен күтәрер һүҙҙәр таба, «Ларец смелости» бүләктәрен тапшыра. Был балаға тынысланырға ярҙам итә, ҡурҡыуҙарын оноттороп тора. Бүләктәр РДКБ-ға Балаларҙы яҡлау көнөндә тапшырыласаҡ.