Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
10 Август 2020, 23:31

Беҙҙә йылға һыйырҙары бармы?

Күсемһеҙ милек ҡомартҡыларын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин ҡайҙа ғына йөрөһә лә, тормоштағы ҡыҙыҡлы, ғәҙәти булмаған күренештәрҙе видеоға төшөрөп, социаль селтәргә һала бара. Был юлы ул Салауат районындағы һыйырҙарҙы күреп, ғәжәпләнеп ҡайтҡан.

“Диңгеҙ һыйырҙары була, ә беҙҙә йылға һыйырҙары. Салауат районында һыйырҙар йылға ылымыҡтары менән туҡлана”, – ти ул.
Был видеояҙманы халыҡ бик ҡыҙыҡһынып ҡарай. Уға ҡарата “Бәйләнештә” социаль селтәрендә төрлө фекерҙәр менән уртаҡлашҡандар. Мәҫәлән, улар араһында “Һөттән балыҡ тәме генә килеп торалыр инде”, “Йылғаны таҙарталар! Күлде таҙартырға ауыл һыйырҙарын һыуға төшөрөр кәрәк икән”, тип яҙғандар ҙа бар.
Быйылғы йәйге ҡоролоҡта ылымыҡтың да мал аҙығына әйләнеүенә бер ҙә аптырарға кәрәкмәйҙер. Аҡыллы һыйырҙар!
Сығанаҡ: bash.rbsmi.ru
Читайте нас: