Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
9 Октябрь 2020, 10:05

Республикала дауаханалар заманса техникалар менән тулылана

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә иғтибар артҡандан-арта бара

Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, республикала һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә иғтибар артты, район һәм ҡала дауаханалары өр-яңы медицина ҡоролмалары, заманса техникалар менән тулылана. Күптән түгел "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының "Һаулыҡ һаҡлау берҙәм дәүләт системаһы нигеҙендә тармаҡта берҙәм һанлы контур булдырыу” төбәк проекты сиктәрендә Сибай үҙәк ҡала дауаханаһы биш ноутбук алды.
- Был заманса техника хеҙмәткәрҙәрҙең тынғыһыҙ эш процесын күпкә ябайлаштыра, еңеләйтә, медицина документацияһын тултырыу ваҡытын ҡыҫҡартыуға булышлыҡ итә, - ти үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Радик Нәҙерғолов.
Сығанаҡ: «Башҡортостан» гәзите
Фото: Сибай үҙәк ҡала дауаханаһы сайтынан.
Читайте нас: