Сентябрь айынан башлап «Альтаир» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге эргәһендә ойошторолған «Алтын ҡулдар» түңәрәге йәнә эшен башланы. Бында ун ете ҡатын-ҡыҙ скрапбукинг серҙәренә төшөнә.
Әйтергә кәрәк, клубтың эше эпидемиологик хәл менән бәйле март айында ваҡытлыса туҡтатылған ине, бөгөн иһә ҡатын-ҡыҙҙар түңәрәккә бик теләп йөрөй.
Был эштәр Рәсәй Федерацияһы Президенты гранты сараларына башҡарыла.