Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Анна Таболина Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың комитет ултырышында демографияға ҡағылған мөһим һандарҙы килтерҙе. Уның әйтеүенсә, былтыр республикала никахтар ҙа, айырылышыуҙар ҙа кәмегән. 2019 йылда 25 060 никах һәм 15 399 айырылышыу осрағы теркәлһә, былтыр был һандар 19 270 һәм 14 572 тәшкил иткән.
Пандемия осоронда дөйөм үлем кимәле 23 процентҡа күбәйгән. Былтыр республикала 59 844 кеше вафат булған, был 2019 йыл менән сағыштырғанда 10 649 осраҡҡа артығыраҡ тигән һүҙ.
Былтыр республикаға 39,8 мең кеше килгән һәм 44,7 мең кеше сит тарафтарға киткән. Башстат мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республиканан ситтә халыҡтың 9,2 проценты йәшәй һәм эшләй.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республикала рәсми рәүештә ярлы тип һаналған 500 мең кеше йәшәй (килемдәре йәшәү минимумынан түбән булғандар). 2020 йылда уларҙың 25 проценты ниндәй ҙә булһа матди ярҙам төрөнән файҙаланған. ”Социаль контракт төҙөргә теләүселәр аҙ, ай һайын отчет биреү кәрәклеге ҡамасаулай торғандыр”, тине Анна Таболина.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыу барышында 2024 йылға тыуым коэффициентын 1,7-гә еткереү, хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткесен кәметеү, тәүге медицина ярҙамынан һәр кемдәң файҙаланыу мөмкинлеген арттырыуҙы тәьмин итеү бурысы ҡуйылған.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан