Ҡурай
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
27 Октябрь 2021, 15:51

Республикала ғаилә низағтары, йәберләү, айырылышыу буйынса «ҡыҙыу элемтә» эшләй

Белгестәргә башҡорт һәм рус телдәрендә мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Республикала ғаилә низағтары, йәберләү, айырылышыу буйынса «ҡыҙыу элемтә» эшләй
Республикала ғаилә низағтары, йәберләү, айырылышыу буйынса «ҡыҙыу элемтә» эшләй

28 һәм 29 октябрҙә иртәнге сәғәт 11-ҙән көндөҙгө 2-гә тиклем 8-800-347-50-00 телефоны буйынса ғаилә низағтарын, йәберләүҙе, айырылышыуҙы иҫкәртеү һәм хәл итеү мәсьәләләре буйынса «ҡыҙыу элемтә» асыла. Сараны «Айыҡ ауыл-2021» конкурсы барышында республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойоштора.

Белгестәргә башҡорт һәм рус телдәрендә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Консультация аноним һәм бушлай.

«Бәхәсте нисек хәл итергә? Низағты нисек иҫкәртергә? Нисек ярашырға? Алкоголь һәм наркотик бәйлелегенән яфаланған яҡыныңа нисек ярҙам итергә? Ғаиләлә көс ҡулланһалар, нимә эшләргә?» — ошо һәм башҡа һорауҙарға юғары квалификациялы белгестәр: психологтар, ғаилә медиаторҙары, наркологтар яуап бирә.

 

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Автор:
Читайте нас