Ҡурай
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
27 Апрель 2022, 14:15

8-17 йәшлек балаларға аҡса алыу өсөн ғариза формаһы ваҡытынан алда асылды

Был хаҡта Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығынан хәбәр иттеләр.

8-17 йәшлек балаларға аҡса алыу өсөн ғариза формаһы ваҡытынан алда асылды
8-17 йәшлек балаларға аҡса алыу өсөн ғариза формаһы ваҡытынан алда асылды

26 апрелдән башлап Дәүләт хеҙмәттәре порталында аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн 8 йәштән 17 йәшкәсә балаларға айлыҡ түләүгә ғариза тултырырға мөмкин, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығынан.

Ведомствола билдәләүҙәренсә, ғаризаны иртәрәк биреү мөрәжәғәтте ҡарау ваҡытын үҙгәртмәй, шул уҡ ваҡытта ата-әсәләргә май байрамдарына пландарын боҙмайынса, үҙҙәренә уңайлы ваҡытта ғариза тултырырға мөмкинлек бирә.

26 апрелдән 30-на тиклем тултырылған бөтә ғаризаларҙы Пенсия фонды дөйөм тәртиптә — 1 майҙан ҡабул итә башлай.

Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Антон Котяков һүҙҙәренсә, май байрамдарына ҡаланан ситкә, тәбиғәткә сығырға, баҡсаға (интернет тотмаған  урындарға) барырға йыйынғандар пландарын үҙгәртмәһен, ә ашыҡмайынса ғына ғариза тултырһын өсөн ғариза формаһын 26 апрелдә асыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. 

«Май байрамдарында Рәсәй Пенсия фондының клиенттар хеҙмәте эшләй. Кемдәр теләй, шулар ял һәм байрам көндәрендә ғариза бирергә мөмкин», — тип белдерҙе хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяков.

 

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Автор:
Читайте нас