Ҡурай
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
26 Декабрь 2022, 15:24

Краснокама районында балалы ата-әсәләр өсөн бүлексә асылды

Республикала беренсе бүлексә ауыр тормош хәлендә ҡалыусылар өсөн асылған. 

Краснокама районында балалы ата-әсәләр өсөн бүлексә асылды
Краснокама районында балалы ата-әсәләр өсөн бүлексә асылды

Яңы Ҡабан ауылында балалы ата-әсәләр өсөн бүлексә 1 декабрҙә асылды. Көрсөк үҙәгенән айырмалы рәүештә, бында ҡатын-ҡыҙҙарға ғына түгел, ир-егеттәргә, янғындан зыян күреүселәргә, мобилизацияланғандарҙың туғандарына ла ярҙам итәләр.

Бүлексә элекке социаль приют урынында асылды. Бүлексәлә уртаса булыу  ваҡыты - 3 ай. Бөгөн бүлексә ике ғаилә өсөн өйгә әйләнде. Ғаиләләргә социаль-көнкүреш хеҙмәттәре, психологик, юридик, медицина ярҙамы күрһәтелә.

Автор:
Читайте нас: