Ҡурай
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
20 Ғинуар 2023, 14:41

2023 йылда әсәлек капиталының күләме билдәле булды

Был турала 19 ғинуарҙа Рәсәй Финанс министрлығының рәсми сайты хәбәр итә.

2023 йылда әсәлек капиталының күләме билдәле булды
2023 йылда әсәлек капиталының күләме билдәле булды

1 февралдән беренсе балаға әсәлек капиталы күләме  — яҡынса 587 мең һумға, икенсеһенә иһә 775,6 мең һумға еткерелә. Был турала 19 ғинуарҙа Рәсәй Финанс министрлығының рәсми сайты хәбәр итә.

«2023 йылдың 1 февраленән социаль түләүҙәрҙе 11,9% индексациялауға сығымдар 152,4 миллиард һум тәшкил итәсәк. Индексация  40-тан ашыу социаль ярҙам сараһына, шул иҫәптән бала тәрбиәләү буйынса пособиеға, инвалидтарға, ветерандарға һәм чернобылселәргә айлыҡ түләүҙәргә, айлыҡ страховка түләүенә ҡағыла», — тип билдәләнә ведомство сайтында.

 

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Автор:
Читайте нас: