Ҡурай
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
30 Ғинуар 2023, 11:16

Күтәрем ауылында йәшәүсе йөҙйәшәр юбилейын билдәләне

Үҙ быуатында Валентина Александровна илдең тарихи дәүерҙәренә һәм ваҡиғаларына шаһит булған.

Күтәрем ауылында йәшәүсе йөҙйәшәр юбилейын билдәләне
Күтәрем ауылында йәшәүсе йөҙйәшәр юбилейын билдәләне

Тыл хеҙмәтсәне, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусының тол ҡатыны Валентина Александровна Изибаева үҙенең йөҙөнсө тыуған көнөн билдәләне. Шунлыҡтан, был көндәрҙә юбилярға ҡунаҡтар - Кәлтәй ауыл Советы, райондың ветерандар советы вәкилдәре килеп, ҡотлау хаттарын һәм бүләктәр тапшырҙы.

Үҙ быуатында Валентина Александровна илдең тарихи дәүерҙәренә һәм ваҡиғаларына шаһит булған. Ул Кәлтәй ауылында тыуған, ғаиләһе кулак тип иҫәпләнеп, Иркутск өлкәһенә һөргөнгә ебәрелгән.

Һуғыш йылдарында уға бәләкәй ватанына ҡайтырға насип була, бында ул һуғыштан һуңғы йылдарҙа ла хеҙмәт һала. Ошонда уҡ, Кәлтәйҙә, үҙенең яҙмышын осрата: фронтовик Кузьма Демьянович Изибаев тыуған яғына еңеү менән ҡайта. Улар биш ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә.

Валентина Александровна - бай өләсәй, уның 11 ейән-ейәнсәре, 8 бүлә-бүләсәре һәм бер тыуаһы бар. Валентина Александровна өлкән ҡыҙы Людмила менән йәшәй.

Йөҙйәшәр әбейҙең күңел күтәренкелегенә көнләшергә генә ҡала, ул шат күңелле, яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһына. Тәбрикләүҙәрҙе ҡабул итеп: «Бүләк алыу шул тиклем ҡыуаныслы, моғайын, тағы 100 йыл йәшәргә кәрәктер», - тине. Һәм, оҙаҡ йәшәү өсөн оҙаҡ эшләргә кәрәк, тигән аҡыллы кәңәш тә еткерҙе.

 

Сығанаҡ: Калтасинская Заря

Автор:
Читайте нас: