Башҡортостан премьер-министры Андрей Назаров, Дәүләт Йыйылышында республика хөкүмәтенең 2022 йылдағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тураһында отчет менән сығыш яһап, төбәктә хеҙмәт баҙарының торошо хаҡында һөйләне. Республикала эшһеҙлек кимәле ныҡ түбән – 3,4%, хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлекте кәметеү өсөн 1,5 миллиард һум йүнәлтелде, тип билдәләне ул.
2022 йылда Башҡортостанда уртаса эш хаҡы 16% артып, 48 349 һум тәшкил иткән. Һуңғы өс йылда республика эш хаҡының үҫеше буйынса Волга буйы федераль округында 10-сы урындан дүртенсегә күтәрелде. Башҡортостан – бюджеттан тыш сектор хеҙмәткәрҙәре өсөн минималь эш хаҡы кимәлен билдәләгән бик аҙ төбәктәрҙең береһе, бөгөн ул 19 743 һум тәшкил итә.
Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.