Ҡурай
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
5 Апрель 2023, 15:26

Рәсәй президенты махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам фондын булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Фондты ойоштороусы — Рәсәй  хөкүмәте.

Рәсәй президенты махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам фондын булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы
Рәсәй президенты махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам фондын булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Владимир Путин махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү өсөн «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондын булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйған. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Фондты ойоштороусы — Рәсәй  хөкүмәте. Ул федераль бюджет аҡсаһынан, ирекле иғәнәләрҙән, шулай уҡ башҡа сығанаҡтарҙан формалаштырыла. Фондтың маҡсаты — хәрби хәрәкәттәр ветерандарына, уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеү.

Фондтың күҙәтеү советы рәйесе итеп Рәсәй президенты хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко тәғәйенләнде. Уның составына федераль министрҙар, Дәүләт думаһы депутаттары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре инде. Фондтың попечителлек советын хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяков етәкләй.

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Автор:
Читайте нас: