Ҡурай
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
6 Апрель 2023, 14:33

Башҡортостанда тиҫтәнән ашыу махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы 50 мең һумлыҡ сертификаттар алды

Был аҡсаны һөнәри йәки өҫтәмә һөнәри белем алыуға тотонорға мөмкин.

Башҡортостанда тиҫтәнән ашыу махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы 50 мең һумлыҡ сертификаттар алды
Башҡортостанда тиҫтәнән ашыу махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы 50 мең һумлыҡ сертификаттар алды

Башҡортостанда тиҫтәнән ашыу махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы 50 мең һумлыҡ сертификаттар алды

Башҡортостанда Рәсәйҙең махсус операцияһында ҡатнашҡан алты яҡташыбыҙ һәм уларҙың 5 ғаилә ағзаһы мәшғүллек үҙәктәрендә белем биреү сертификаттары алды, тине республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында.

Һүҙ Бөрөлә, Сибайҙа һәм Балаҡатай районында йәшәүселәр хаҡында бара, унда, ведомство башлығы һүҙҙәренсә, хәрбиҙең ҡатыны уны балалар баҡсаһына эшкә урынлашыу өсөн файҙаланырға ниәтләй.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, махсус хәрби операция яугирҙәре өсөн ошондай сертификаттың хаҡы 50 мең һум тәшкил итә (башҡалар өсөн —  20 мең). Был аҡсаны һөнәри йәки өҫтәмә һөнәри белем алыуға тотонорға мөмкин.

Автор:
Читайте нас: