Владимир Путин Башҡортостандың параспортсыһы Рөстәм Нәбиевты Йәмәғәт палатаһының яңы составына индерҙе
Владимир Путин президент квотаһы буйынса илдең Йәмәғәт палатаһының 40 ағзаһын раҫланы. Дәүләт башлығы тейешле указға ҡул ҡуйҙы. Ул рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
«Башинформ» хәбәр итеүенсә, президент Рәсәй Йәмәғәт палатаһының яңы составына параспортсы, блогер, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү советы ағзаһы Рөстәм Нәбиевты индерҙе.
Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһы составының вәкәләт ваҡыты – өс йыл, 168 ағза иҫәпләнә (40-ы – президент квотаһы буйынса, 85-е – төбәктәрҙең йәмәғәт палаталарынан, 43-ө – Дөйөм Рәсәй йәмәғәт берекмәләренән).
Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.