Кисә «Торатау» конгресс-холында уҙған «Яҡташлыҡ көсө» форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Айыҡ ауыл - 2022 » республика конкурсы еңеүселәренә наградалар тапшырҙы.
2 майҙа, конкурстың йомғаҡлау ултырышында, 12 еңеүсе раҫланды. Положениеға ярашлы, улар халҡының иҫәбенә ярашлы номинациялар буйынса билдәләнде. «Айыҡ ауыл-2022» республика конкурсы еңеүселәре:
«Эре тораҡ пункттар» номинацияһы
I урын — Дүртөйлө районының Мәскәү ауылы;
II урын — Тәтешле районының Иҫке Күрҙем ауылы;
III урын — Йылайыр районының Юлдыбай ауылы.
«Ҙур тораҡ пункттар» номинацияһы
I урын — Күгәрсен районының Бикбулат ауылы;
II урын — Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылы;
III урын — Мәләүез районының Смаҡ ауылы.
«Уртаса ҙурлыҡтағы тораҡ пункттар» номинацияһы
I урын — Йәрмәкәй районының Бекетов ауылы;
II урын — Белорет районының Олойылға ауылы;
III урын — Бөрйән районының Исламбай ауылы.
«Бәләкәй тораҡ пункттар» номинацияһы
I урын — Көйөргәҙе районының Кинйә-Абыҙ ауылы;
II урын — Ғафури районының Оло Үтәш ауылы;
III урын — Ҡырмыҫҡалы районының Күлләр ауылы.
Республика конкурсының бүләк фонды — 40 миллион һум. Алты миллион күләмендәге иң ҙур приз «Эре тораҡ пункттар» номинацияһында еңеүсегә бирелә. Башҡа номинацияларҙа еңеүселәргә 5, 4 һәм 3 миллион һум тапшырыла, сумма ауылдың ҙурлығына ҡарап бүленә.
«Айыҡ ауыл» проекты Башҡортостандың граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондынан республика етәксеһе гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла.
Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.