-3 °С
Болотло
Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режимды оҙайтыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Был хаҡта хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙған оператив кәңәшмәһендә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Фәрит Ғүмәров белдерҙе.
«Урман янғындарына һәм ҡоро үлән яныуға бәйле ғәҙәттән тыш хәлдәргә юл ҡуймау өсөн ошо режимды махсус бойороҡҡа тиклем оҙайтырға тәҡдим итәбеҙ», - тине Фәрит Ғүмәров.
Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.