-3 °С
Болотло
Башҡортостанда IТ-өлкәһе белгестәре өсөн ипотека кредиты ставкаһын 1% кәметәләр. Республика айтишниктары 4% менән ипотека алырға мөмкин. Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, был программа Ипотека программаларының берҙәм операторы – ДОМ.РФ ярҙамында ғәмәлгә ашырыла.
Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2022 йылдың мартында «айтишниктар өсөн 5% ипотека» программаһы башланғандан алып республикала 796 ғариза бирелгән, улар буйынса 525 кредит хупланған. Бөтәһе 1,3 миллиард һумлыҡ 197 ипотека кредиты алынған.