Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
4 Октябрь 2018, 18:04

Илдең иң йәш спорт мастерҙарының береһе – Ағиҙел ҡыҙы

Ата-әсәһе спорт менән шөғөлләнгән ғаиләләрҙә балалар ҙа спортсы булып үҫкәне бер кемгә лә яңылыҡ түгел. Таисия Алексеева триатлон буйынса Бөтә Рәсәй ярышында беренсе урын алғанға берәү ҙә шаҡ ҡатманы, сөнки ул спорт яратҡан ғаиләлә тыуып үҫкән.

Таисияның әсәһе Наталья Александровна Ағиҙел ҡалаһы физкультура, спорт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге етәксеһе, атаһы Анатолий Семенович – велоспорт, триатлон буйынса тренер, Башҡортостан Республикаһы триатлон Федерацияһы рәйесе. Алексеевтарҙың ике өлкән ҡыҙҙары ла спорт менән дуҫ – Светлана әсәһе янында эшләй, ғаиләһе менән ҡалала үткән спорт ярыштарында, фестивалдәрҙә ҡатнашып, призлы урындар яулай, уртансы ҡыҙҙары Анастасия – Сочиҙа тренер.
Таисия кескәй сағынан атаһы етәкләгән велоклубта шөғөлләнә. Был спорт төрө менән күпселек малайҙар ҡыҙыҡһына, йәрәхәт алыу ҡурҡынысы ла күп, тик ҡыҙыҡай ҡурҡып тормай, физик яҡтан камиллашыу менән бер рәттән характерын да нығыта. Малайҙар менән бергәләп ҡала урамдары, трасса буйлап елдерә. Тубыҡтарында төҙәлмәҫ яра эҙҙәре лә ҡыҙҙы туҡтатмай. Таисия бирешмәй, ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығыу дәрестәрен ала бирә.
Мәктәп йылдарында бөтә ил буйлап төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, тыуған ҡалаһын данлай. Команда менән дә, шәхси зачетта ла гел еңеү пьедесталында була. 9-сы класты тамамлағас, Стәрлетамаҡ физкультура колледжына уҡырға инә.
Быйыл йәй Таисия Великие Луки ҡалаһында үткән Бөтә Рәсәй күп көнлөк велосипед ярыштары буйынса беренселектә еңеү яулай. Һөҙөмтәлә, 17 йәшендә Рәсәй спорт мастеры исеменә лайыҡ була.
Ниндәй генә бейеклектәрҙе алһа ла, Тая «һауанан йондоҙҙар тотмай», тыйнаҡ һәм эшһөйәр ҡыҙыҡай булып ҡала. Бы-йыл Ағиҙелдә триатлон буйынса республика чемпионаты үткәндә уға финишҡа килеп еткән һәр бер спортсыны бүләкләү миссияһын ышанып тапшырҙылар. Ҡыҙ һынатманы, ярыш урынынан иң һуңғы булып китте, дүрт сәғәт буйына ҡыҙҙырған ҡояш аҫтында спортсыларҙы финишта ҡаршы алып торҙо. Бер кешегә лә автограф биреүҙән баш тартманы.
Беҙҙең ҡалала ошондәй дәрәжәле спортсылар булыуы бик шатлыҡлы күренеш. Спорт менән мауыҡҡан балалар һаны арта барыуы ла һөйөндөрә. Бының өсөн Ағиҙелдә бөтә шарттар ҙа булдырылған.
Читайте нас: