Биатлонсы Эмиль Мәхмүтйәнов
Яңы Уртауыл ауылы егете Эмиль Мәхмүтйәнов үткән йыл Волга буйы федераль округы беренселегендә дебют эшләне. Ярыштар Ижау ҡалаһында үтте.
Был саранан алда Эмиль, Стәрлетмаҡ физик культура колледжының беренсе курс студенты, үҙенең беренсе ҙур еңеүен билдәләгәйне – ул йәш егеттәр араһында ун километр дистанцияла Башҡортостан Республикаһы беренселегендә көмөш миҙал яуланы.
Эмиль ул ярышта дүрт тапҡыр атып та, сәпкә тейҙерә алманы. Был аңлашыла, сөнки егет бәләкәйҙән саңғысы булды. Егет атып тейҙерелмәгән ваҡытын саңғыла шәп йүгереүе менән ҡапланы.
Ижауҙа үткән ярышҡа килгәндә, Эмиль тағы ла сәпкә дүрт тапҡыр тейҙерә алманы. Был дебют өсөн насар нәтижә түгел. Шулай ҙа яҡташыбыҙ бындай фекер менән килешмәй. «Киләсәктә был етешһеҙлекте бөтөрөү өҫтөндә эшләйәсәкмен”, - ти.
Эмиль Мәхмүтйәновтың исемен ҙур спортта ишетербеҙ, тип ышынғы килә.
Илназ – Рәсәй йыйылма командаһында
Илназ Ханов былтыр Рәсәй йыйылма командаһына саҡырылды. Февраль айында Мәскәүҙә Иван Ярыгин исемендәге һарайҙа Халыҡ-ара үҫмерҙәр араһында грек-рим көрәше буйынса олимпия чемпионы Б.М.Гуревич иҫтәлегенә арналған турнир ойошторолғайны. Был сарала илдең ҡырҡ дүрт регионынан, шулай уҡ Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Әрмәнстан, Грузия, Норвегия, Швециянан биш йөҙ спортсмен ҡатнашты. Бында шулай уҡ ил йыйылма командаһына спортсмендар һайлап алынды.
Илназ ошо турнирҙа көс һынашты ла инде. Ул ике тапҡыр еңеп, Рәсәй һәм Чечен Республикаһы чемпионына бары тик ике мәрәйгә генә еңелде. Был ярышта бронза алды һәм Рәсәй йыйылма командаһы составына инде.
Илназ бөгөнгө көндә Самара ҡалаһында уҡый һәм йәшәй.
Шуны ла әйтергә кәрәк, Илназдың беренсе тренеры атаһы Илшат Зыят улы булды. Ул әле лә грек-рим көрәше буйынса секция алып бара, тәрбиәләнеүселәре менән йыш ҡына республика, төбәк-ара ярыштарға йөрөй.
Илназ был төр көрәш менән мәктәпкә уҡырға ингәнсе үк шөғөлләнә башлағайны.
Ғариповтың бомбардир батырлыҡтары
Тағы ла бер өмөтлө спортсмендың исеме – Рүзил Ғарипов.
Былтыр Төмәндә 2002-2003 йылғы йәш үҫмерҙәр араһында мини-футбол буйынса Рәсәй беренселеге булды. Өфөнөң «Восход» футбол академияһы командаһы составында Яңауыл гимназияһының 8 класс уҡыусыһы Рүзи л Ғарипов та бар ине. Уҡытыусы-тренерҙар В.Васильев һәм И.Заһриевтарҙың тәрбиәләнеүсеһен академия тренерҙары турнирҙарҙа күреп йөрөгән икән. Шулай итеп, Рузилгә ата-әсәләре менән бергә ике ҡалала – Өфө һәм Яңауылда – йәшәргә тура килә.
Егеткәй коллективҡа бик тиҙ эйәләшкән. Ул һаҡсы позицияһында уйнай. Бәләкәйерәк саҡта һөжүмсе булырға хыялланған.
Беҙҙең йәш яҡташыбыҙ финал алдынан зональ этапта ҡатнаша. Рузилдең командаһы уны ышаныслы үткән. Төмәндә уҙған туғыҙ уйында ул алты туп индергән һәм бер осрашыуҙың иң яҡшы уйынсыһы тип танылған. Ул индергән туптар командаһына ярымфиналға сығырға ярҙам иткән. Ысын «драма» Нижневартовск футболсылары менән матчта була. Төп ваҡытта уйын 4:4 иҫәбе менән тамамлана. Өҫтәмә ваҡытта себерҙәр аҙ ғына көслөрәк булып сыға.
Шулай булһа ла, Рәсәй чемпионатында алған көмөш бик тә яҡшы нәтижә. Бында яҡташыбыҙҙың да өлөшө ҙур.