Ҡурай
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
8 Ноябрь 2018, 23:35

Ике таяҡҡа тотоноп йөрөп – һаулыҡты нығытабыҙ

Һуңғы арала скандинав йөрөшө халыҡ араһында бик популяр.

Һуңғы арала скандинав йөрөшө халыҡ араһында бик популяр.
Һау булғың килһә, хәрәкәтләнергә кәрәк. Халҡыбыҙ: "Хәрәкәттә – бәрәкәт", – тип белеп әйткән бит.
Кешеләр төрлөсә хәрәкәтләнә. Берәүҙәр саңғыла, велосипедта (бында ҡулдар хәрәкәтләнмәй) йөрөй. Былар – миҙгелле мауығыу. Икенселәр һәлпәңләп йүгерә (бег трусцой), атлай.
Урамдарҙа хǝҙер йыш ҡына скандинавса йөрөгǝн кешелǝрҙе күрергǝ була. Был йөрөштөң исемдәре күп кенә: фин, швед, нордик, төньяҡ. Йөрөү өсөн, миҙгелгә ҡарап, аяҡ, өҫ кейеме (тирләткәс, кизе-мамыҡ туҡыманан) кәрәк. Таяҡтың оҙонлоғо кәүҙә бейеклегенең 2/3 өлөшөн тәшкил итә. Таймаһын өсөн таяҡтарҙың аҫҡы өлөшөнә резина шланг кейҙерергǝ лǝ була. Ҡыҫҡартып, саңғы таяҡтарын да ҡулланып була.
Йөрөгәндә уң ҡул, һул аяҡ алға китһә, шунан киреһенсә эшләргә кәрәк, тип өйрәтәләр. Ҡайһы бер табиптар – бер сәғәт, икенселәре, 30 – 40 минут йөрөргә кәрәк, тип иҫәпләй.
Скандинав йөрөшө нимә бирә?
Матдәләр алмашыныуын, йөрәк, үпкә эшмәкәрлеген яҡшырта. Тән мускулдарының 90 проценты тирәһен эшләтә, калорияларҙы ябай атлауға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк кәметә.
Читайте нас: