Ҡурай
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
27 Ноябрь 2018, 17:27

32-се ҡатҡа өс минутта менгән

Өфө ҡалаһының иң бейек IDEL TOWER бинаһында вертикаль йүгереү буйынса ярыштар үткән.

Өфө ҡалаһының иң бейек IDEL TOWER бинаһында вертикаль йүгереү буйынса ярыштар үткән. Еңел атлеттарға 100 метрҙы йә иһә 32 ҡатты – барлығы 760 баҫҡысты үтергә тура килә.
Краснокама районы “Прикамье” физкультура-сәләмәтләндереү комплексында йөҙөү буйынса тренер Вера Исмәғилева 32 ҡатты 3 минут 20 секундта үтеп, ҡатын-ҡыҙҙар араһында иң яҡшы күрһәткескә ирешә. Һәм уға 7000 һумлыҡ сертификат тапшырыла.
Әлеге беренсе һәм ғәҙәти булмаған ярыштарҙа Башҡортостандан һәм Рәсәйҙең туғыҙ төбәгендә урынлашҡан 40 ҡаланан 175 кеше ҡатнашҡан. Иң йәш ҡатнашыусыға – 18, иң олоһона – 57 йәш булған.
Читайте нас: