Ҡурай
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
21 Ноябрь 2019, 19:50

Ағиҙел көрәшселәре халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй ярыштарында уңышҡа иреште

Үткән ял көндәрендә Ағиҙел спорт мәктәбендә шөғөлләнгән йәш көрәшселәр Өфөлә халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй ярыштарында уңышлы сығыш яһаны.

Көрәш буйынса II Асыҡ Евразия студенттары уйындарында миҙалдар өсөн 10 илдән килгән 500 спортсы көс һынашты. Ағиҙел спортсыһы Максим Сәйетғалин был уйындарҙа иң яҡшы биш спортсы исемлегенә инә алды.
Шул уҡ көндәрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә Бөтә Рәсәй турниры үтте. Уның асыу тантанаһында республика башлығы Радий Хәбиров спортсыларҙы сәләмләне. Рәсәйҙең 12 төбәгенән килгән 253 көрәшсе араһында Ағиҙел егете Артур Кансыриев өсөнсө урын яуланы.
Күмертау ҡалаһында ла көрәш буйынса ярыштар ошо ял көндәрендә үтте. Республика кимәлендә үткән турнирҙа Наил Зәләлетдинов менән Антон Семакин көмөш миҙалдар яуланы.
Уңышлы спортсыларҙың тренерҙары – Радик Уразбахтин һәм Андрей Жеребцов.
Читайте нас: