“Прикамье” физкультура-сәләмәтләндереү комплексында 30 муниципаль хеҙмәткәрҙәр ГТО нормаларын тапшырҙы, үҙҙәренең физик әҙерлеген һәм сыҙамлығын һынап ҡараны. Һынауҙар иҫәбендә оҙонлоҡҡа һикереү, гер үтәреү, кәүҙәне күтәреү һәм башҡалар бар ине.
Бөгөнгө көндә районда 40-тан ашыу муниципаль хеҙмәткәр “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” физкультура-спорт комплексының норматив талаптарын үтәгән өсөн төрлө (алтын, көмөш, бронза) билдәләргә эйә.
Нормаларҙы һәр кем йәше һәм әҙерлек кимәле нигеҙендә тапшырҙы. Махсус билдәне алыу өсөн талаптар ҡәтғи. Нормативтар алтынға үтәлмәһә, көмөш, уртаса күрһәткестәргә өлгәшеү өсөн мөмкинлек булмаған осраҡта бронза билдә тапшырыла.
ГТО нормаларын тапшырыу Рәсәй Президенты указы нигеҙендә 2014 йылдың 1 сентябренән тергеҙелде. Ул йәш төркөмдәренә ҡарап 11 бүлектән тора. Ҡатнашыусыларҙың күрһәткестәре махсус китапсыҡ та теркәлә.