Ҡурай
+16 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Спорт һәм туризм
26 Ноября 2019, 08:05

Ағиҙел спортсыһы өсләтә еңеү яуланы

Ағиҙел спортсыһы Филүс Сәлимов Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә бағышланған физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында үткәрелгән республика ярыштарынан өс миҙал алып ҡайтты.

Өфө ҡалаһында үткән был сарала паралимпия спортсылары коляскаларҙа волейбол, штанга күтәреү, гер күтәреү, өҫтәл теннисы, дартс, армрестлинг, шашка һәм шахмат буйынса көс һынашты.
Ауыр атлетика менән шөғөлләнгән Филүс Сәлимов штанга һәм гер күтәреү дисциплиналарында - беренсе, армрестлинг буйынса икенсе урын яуланы. Спортсы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең физкультура идаралығы тарафынан миҙал һәм грамоталар менән бүләкләнде.
Читайте нас