Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
26 Ноябрь 2019, 18:40

Ағиҙелдә ике спорт фестивале үтте

Үткән ял көндәрендә «Ағиҙел» спорт-ял итеү үҙәге гөрләп торҙо – бында бөтә республиканан спорт һөйөүселәр ҡатын-ҡыҙҙар һәм ирҙәр фестивалдәренә йыйылды. Был сараны бер нисә йыл рәттән инде Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт минстралығы етәкселегәндә Ағиҙел ҡалаһының физкультура, спорт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге ойоштора.

Фестивалдә Өфө, Стәрлетамаҡ, Межгорье, Нефтекама, Октябрьский һәм Күмертау ҡалалары, Туймазы, Благовещен, Ишембай ҡалалары һәм райондарынан берләшкән командалар, шулай уҡ Өфө, Иглин, Дыуан, Федоровка, Ҡыйғы, Шишмә, Мишкә, Шаран, Краснокама райондары командалары, һәм, әлбиттә, Ағиҙел ҡалаһы командаһы ҡатнашты.
Һәр команда ағзалары дүрт йәш төркөмөнә бүленгәйне: 18-24, 24-34, 35-44 йәшлектәр һәм 45 йәштән уҙғандар.
Беренсе көндө командалар баскетбол кәрзиненә туп атты, дартс, йыраҡлыҡҡа һикереү, кәүҙәне күтәреү һәм йүгереү буйынса көс һынашты, икенсе көндө мауыҡтырғыс ярыш - ҡатнаш эстафета булды.
Ирҙәр фестивалендә ҡалалар араһында Өфө командаһы еңде, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Нефтекама һәм Октябрьский командалары яуланы. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренсе һәм икенсе урында шулай уҡ Өфө менән Нефтекама, өсөнсө урында Күмертау командаһы булды. Райондар араһында дыуандар еңде, ирҙәр араһында көмөш менән броза – Мишкә һәм Ҡыйғы райондарында, ҡатын-ҡыҙҙар араһында – Иглин менән Шаран райондарында.
Ағиҙел командаһынан шәхси зачетта Тимур Асхабутдинов иң күп миҙал яуланы, ҡала намыҫын шулай уҡ Әлфрид Насыров, Рузил Мөхәмәдишен, Миләүшә Вахитова, Лилиә Ғосманова, Гөлнара Сайфутдиарова, Юлиә Русиева яҡланы.
Барлыҡ спортсылар ҙа фестивалдең яҡшы ойошторолғанын билдәләп, ҡунаҡсыл ағиҙелдәргә рәхмәттәрен әйтеп таралыштылар.
Читайте нас: