Ҡурай
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
12 Ғинуар 2020, 23:10

Ял көнөн ғаилә менән һырғалаҡта үткәрҙеләр

Ағиҙелдә Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе янындағы һырғалаҡ бер көндө лә буш тормай.

Быйыл ағиҙелдәр һырғалаҡты оҙаҡ көттө – тик 4 ғинуарҙа ғына спорт мәктәбе педагогтары уны эшләп бөтөрөп, асыу тантанаһын үткәрҙе. Шул көндән бирле ул буш тормай, төшкө 12-нән киске 9-ға тиклем эшләй. Бында конькиҙарҙы прокатҡа алып торорға ла була.
9 ғинуарҙа шорт-трек буйынса ярыштар үтте. Иң шәп конькиҙа йөрөүселәр тип Диана Ғәлиева менән Денис Сафин танылды. 5 йәшлек Софья Неганова иң кескәй спортсы булараҡ бүләкләнде.
12 ғинуарҙа ғаилә ярыштары үтте. Балалар менән ата-әсәләр парлашып ярышты. Өлкәндәргә конькиһыҙ ярышырырға ла рөхсәт ителде. Ярыштарҙа ҡатнашыусыларға төрлө бәйгеләр тәҡдим ителде: «йылан», «паровоз» булып йүгерергә, туп, сәкәнде йөрөтөргә. Ярыштар бик ҡыҙыҡлы үтте, барлыҡ ҡатнашҡан ғаиләләр ҙә татлы бүләктәр алды.
Читайте нас: