Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
19 Ғинуар 2020, 22:25

Ағиҙел спортсылары Өфөнән еңеү менән ҡайтты

19 ғинуарҙа Өфөлә еңел атлетика буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселеге тамамланды. Ике көн буйы барған ярыштарҙа 400 артыҡ спортсы алты дисциплинала көс һынашты. Беренселектең программаһы бик бай булды: атлеттар 60, 400,800,1500, 3000 метрға, барьер аша 60 метр дистанцияларҙа көс һынаштылар.

Ағиҙел Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең еңел атлетика буйынса тренер Рауил Ғазиевтың уҡыусылары Дмитрий Шишкин менән Ирек Ялалов икеһенә дүрт миҙал яуланы.
Дмитрий 400 метрлыҡ дистанцияла беренселекте яуланы, 800 мертҙа икенсе булып килде.
Ирек шулай уҡ 400 метрҙа көмөш миҙал, 60 метрҙа бронза яуланы. Шулай уҡ Ирек беренсе спорт разрядын үтәне.
Читайте нас: