Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
26 Ғинуар 2020, 12:10

Краснокама районы спортсылары еңел атлетика буйынса ҡышҡы республика беренселегендә ҡатнашты.

Ярыштарҙа Николо-Березовка балалар һәм үсмерҙәр спорт мәктәбе спортсылары һәм Яңы Ҡабан интернат-мәктәбе уҡыусылары яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте.

Өфөлә үткән Башҡортостан Республикаһы ҡалалары һәм райондары командалары араһында еңел атлетика буйынса ярыштарҙа Николо-Березовка балалар һәм үсмерҙәр спорт мәктәбе спортсылары һәм Яңы Ҡабан интернат-мәктәбе уҡыусылары яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте.
Егеттәр һәм ҡыҙҙар ике көн буйы төрлө дистанцияларҙа сығыш яһаны.
2003-2004 йылдарҙа тыуған балалар төркөмөндә Рузана Фәтхетдинова 400 метрға йүгереүҙә бронза яуланы.
Лиана Закирова 3000 метрлыҡ дистанцияла өсөнсө урын алды.
2005-2006 йылдарҙа тыуыусылар төркөмөндә лә Краснокама районы спортсыларына уңыш йылмайҙы: 60 һәм 400 метрҙарға йүгереүҙә Роксана Тимерғәлиева өсөнсө булды.
Шул уҡ дистанцияла иң етеҙ йүгереүселәр араһына Азалия Ғилметдинова ла инде.
Уларҙың тренерҙары Дилара Шәйҙуллина әйтеүенсә, спортсылар көндәлек күнегеүҙәр һәм ихтыяр көсө нәтижәһендә шундай ҙур уңыштарға ирешкән.
Читайте нас: