Ҡурай
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
9 Февраль 2020, 22:51

Ҡарағай урманын саңғысылар баҫып алды

8 февралдә Ағиҙел халҡы "Рәсәй саңғы юлы – 2020" акцияһына ҡушылды.

Быйыл 38-се тапҡыр үткән саңғы ярышы өс йөҙгә яҡын спорт һөйөүсене ҡарағай урманына йыйҙы. Ярыштарҙы физкультура, спорт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо. Уларға балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе етәкселәре һәм тренерҙары ярҙамға килде. Теркәү үткән һәр кеше күкрәккә ҡуя торған номер алды, уларҙы ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары, үҙе лә саңғы спорты һөйөүсе Эдуард Хакимов сәләмләне. Ярыштырҙы әҙерләргә ярҙам иткән өсөн бер нисә кеше рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Ярыштарҙы ойоштороусылар ике төрлө трасса әҙерләгәйне. 800 метрлыҡ дистанцияға бәләкәстәр, башланғыс класс уҡыусылары сыҡты. Ҡалғандар 3 километрлыҡ трассала көс һынашты.
Көн һалҡын, елле булыуға ҡарамаҫтан, берәү ҙә ярыштарҙан ситләшмәне. Уҡыусылар, студенттар, йәш ғаиләләр, спорт ветерандары, ҡала Советы депутаттары – барыһы ла күңелле спорт байрамында әүҙем ҡатнашты.
Ярыштарҙа ҡатнашыусылар - махсус символикалы башлыҡтар, ә еңеүселәр миҙалдар менән бүләкләнде.
Был көндө урманда саңғы ярышынан тыш, күсмә сәләмәтлек үҙәгендә тикшеренеү үтергә була ине. Нефтекама ҡала дауаханаһынан махсус бригада килеп, теләүселәрҙең ҡандағы шәкәр, холестерин кимәлен, артериаль баҫымды, буйын, ауырлығын үлсәп, тән ауырлығы индексын билдәләне. Шулай уҡ терапевт кәңәштәрен дә алыусылар булды. Барлығы медицина күҙәтеүен 55 кеше үтте.
Дистанцияны үткәндән һуң спортсыларҙы ҡайнар сәй менән һыйланылар.
Читайте нас: