Әлеге ваҡиға булған урын бөгөн бик күп туристарҙы үҙенә йәлеп итә. Йыл әйләнәһенә төркөм-төркөм туристар, айырыуса йәй көндәрендә, фажиғә булған урынға йүнәлә. Ҡыштарын иһә ҡырыҫ һауа шарттары нәтижәһендә был урынға ике-өс кенә поход ойошторола. Шул сәбәпле Төньяҡ Уралға бары тик тәүәккәл һәм ҡыйыуҙар ғына барырға баҙнат итә.
Күптән түгел яҡташыбыҙ Нәсибулла Хөснуллин Урал политехник институтының «Спутник» туристик спорт клубы ағзалары составында Дятлов төркөмө һәләк булған Холатчахль тауында булып ҡайтты.
– Мин был сәйәхәтемде райондың 85 йыллығына арнаным. Икенсе маҡсатым – үҙемде ныҡлыҡҡа һынап ҡарау ине. Шөкөр, беҙ , барлығы ете турист, был һынауҙы намыҫлы үттек. Арала иң өлкәне мин инем, – ти ул.
Нәсибулла Хәбибулла улы «Дятлов төркөмө» һәләк булған урында ун хәтер шәме тоҡандыра. Береһе –2013 йылда мәрхүм булып, һуңғы үтенесе буйынса дятловсылар янында ерләнгән Юрий Юдин хөрмәтенә. Ул шулай уҡ был урынға Изге Бөйөк князь Александр Невский иконаһын урнаштыра. «Ҡот осҡос хәлгә тарыған йәш ҡыҙ һәм егеттәргә бәләкәй генә һәйкәл булһын», – ти ҡыйыу йөрәкле яҡташыбыҙ.
60 йыл элек булған ҡурҡыныс маршрутты ҡабатлаған Нәсибулла Хәбибулла улына оҙаҡламай 65 йәш туласаҡ. Уның физик һәм рухи көсөнә һоҡланмай мөмкин түгел. «Алдымда – тағы ла ҙурыраҡ маҡсаттар. Улары әлегә сер булып ҡалһын», – ти ул.