Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
22 Февраль 2020, 21:15

Краснокама спортсылары республика ярыштарынан еңеү менән ҡайтты

Спорт туризмы буйынса Башҡортостан Республикаһы чемпионатында Краснокама районы командаһы көмөш призер булды

Красноусольский ауылында спорт туризмы буйынса Башҡортостан Республикаһы чемпионаты уҙҙы.
Ярыштарҙа 14 команданан 117 кеше ҡатнашты. Улар “бәйләм” һәм “төркөм” дисциплиналарында ярышты.
Шәхси иҫәптә “бәйләм” дисциплинаһында Анастасия Шерстобитова һәм Вера Исмәғилова беренсе урынды алды.
“Төркөм” дисциплинаһында Марсель Низаметдинов, Илшат Гәрәев, Александр Шамратов, Евгений Раяновтан торған команда икенсе урынға сыҡты. Ошо уҡ төр ярышта Анастасия Шерстобитова, Илүзә Габдрахманова, Анастасия Крапивина, Зөлфиә Чикиреванан торған ҡыҙҙар командаһы, ярыштарҙың хужаларына ғына бирешеп, шулай уҡ икенсе булды.
Дөйөм иҫәптә Краснокама районы командаһы көмөш призер булды.
Читайте нас: