Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
4 Март 2020, 22:49

Кем Ағиҙелдең иң шәп балыҡсыһы?

Ҡыштың һуңғы көнөндә Ағиҙелдә балыҡсылар ярышы үтте.

Сараны физкультура, спорт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге әҙерләп үткәрҙе. Көндәр йылы торғанлыҡтан, ярыштарҙа ҡатнашыусылар һаны илленән артып китте.
Балыҡсылар төрлө номинацияларҙа ярыштылар: кем иң беренсе балыҡты эләктерә, кемдең балығы иң ауыры, кем тотҡан балыҡ һаны күберәк, ә кемдең тотолған балыҡтары иң ауыры?
Ярыштарҙа ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡатнашты, ғаилә менән килеүселәр ҙә булды. Ағиҙелдең иң тәрибәле балыҡсыһы, балыҡсылар өсөн магазин тотоусы эшҡыуар Илгиз Шәрәфиев усаҡта былау бешереп, тәмле сәй менән барлыҡ кешене лә һыйланы.
Берәүҙәр тотҡан балыҡтарын хужаһыҙ бесәйҙәр приютына бирҙе, ә икенселәр өйҙәренә алып ҡайтып китте. Балыҡ ашы бик тәмле булғандыр!
Читайте нас: