Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
10 Март 2020, 22:58

Биш миҙал урынына - ете!

Триатлон буйынса Рәсәй Кубогының сираттағы этабында Башҡортостан йыйылма командаһы планлаштырылған биш миҙал урынына етене яуланы. Шуларҙың икеһе – Ағиҙел спортсыларында.

Күрше Татарстан Республикаһында үткән ярыштарҙа башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Илнар Хәбибуллин 15-17 йәшлек егеттәр араһында алтын миҙал яуланы.
Студент Таисия Алексеева икенсе урынды яуланы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул Рәсәй Кубогының юниор ҡыҙҙар рейтингында иң юғары баҫҡыста.
Спортсыларға был юғары ҡаҙаныштарға ирешергә Ағиҙел ҡалаһы Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Анатолий Алексеев ярҙам итте.
Кубоктың киләһе этаптары Татарстандың Зеленодольк ҡалаһында һәм Алтай Республикаһында үтәсәк. Ағиҙел спортсыларына уңыштар теләйек!
Читайте нас: