Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
6 Август 2020, 18:48

"Торатау" геопаркының иң ҡыҙыҡлы 12 урыны

2018 йылдың декабрендә Башҡортостанда “Торатау” геопаркы төҙөлдө. Майҙаны буйынса ул 4 мең квадрат километрҙы алып, дүрт район – Ишембай, Стәрлетамаҡ, Ғафури, Мәләүез райондары биләмәһендә урынлашҡан. Әлегә был геопарк республика иҫәбендә, әммә “Янған-Тау”ҙан ҡала “ЮНЕСКО” халыҡ-ара глобаль геопарктар селтәренә номинацияланасаҡ.

Геопарк – ул асыҡ һауалағы музей, экспонаттар унда – тауҙар, мәмерйәләр. Ҡурсаулыҡтарҙан йәки айырым һаҡлауҙағы тәбиғәт биләмәләренән айырмалы, бында бизнес алып барырға, биналар төҙөргә, еләк-емеш һәм бәшмәк йыйырға мөмкин. Шуға күрә киләсәктә Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән килгән туристарҙың яратҡан урыны, эшҡыуарлыҡты үҫтереү үҙәге лә булыр тип көтөлә.
Геопаркта йөҙҙән ашыу ҡыҙыҡлы урындар бар, беҙ шуларҙың 12-һен күрһәтеп китәбеҙ.
Ишембай районындағы Торатау шиханы – Ер йөҙөндәге иң боронғо тауҙарҙың береһе. Уға 285 йыл. Уртаса бейеклеге 280 метр. Торатау “ҡәлғә тау” тип тәржемә ителә - башҡа шихандар кеүек үк, боронғо Перм диңгеҙенең бер фрагменты. Ул ташҡа әйләнгән коралдар, ылымыҡтар һәм ҡабырсаҡтарҙан тора. Шихан биләмәһендә 120-гә яҡын йәнлек һәм 400-ҙән ашыу үҫемлек үҫә, шул иҫәптән Ҡыҙыл китапҡа ингәндәр һәм хатта донъяла башҡа бер ерҙә лә булмағандар ҙа.
Тауҙың төньяҡ итәгендә Башҡортостандың иң тәрән күлдәренең береһе –Туғар-Һалған урынлашҡан. Уның тәрәнлеге 15 метр – был биш этажлы йортҡа тиң.
Уралда иң боронғо металлургия заводы – Мәләүез районының Воскресенск ауылында. Унан йыраҡ түгел Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында был ауылға эвакуацияланып килгән Мәскәү художество мәктәбе уҡыусыларының картиналар галеряһы менән танышырға мөмкин.
Шулай уҡ Скворчиха ауылының төньяғында святая Варвара Скворчихинскаяның әүлиә шишмәләре бар, шунда уҡ Ҡатын-ҡыҙҙар монастыре.
Ишембай районына ҡараған Кәлимосҡан ҡаяһы һәм Күк- Ҡарауыҡ шарлауығы Маҡар ауылы эргәһендә. Яуапһыҙ мөхәббәттән йөрәге әрнеп, бейеклектән ташланған Кәлимдең исемен биргәндәр ҡаяға.
Шул иҫәптән геопаркка ингән Ғүмәр тарлауығын, Әхмәт-Зәки Вәлиди музейын, Ғафури районындағы Реликтовая боҙло мәмерйәһен, шулай уҡ Башҡортостандың иң бейек ҡаяһын, Страус фермаһын, Башҡортостандың Географик үҙәген һәм башҡа бик күп ҡыҙыҡлы урындарҙы барып күреп, ял итеп ҡайтыу мөмкинлеге бар бында.
Фото “Башинформ”.
Сығанаҡ: bash.rbsmi.ru
Читайте нас: