Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
12 Сентябрь 2020, 10:05

Ауыл халҡы ГТО нормаһы тапшыра аласаҡ

Был эш “Демография” милли проектының “Спорт – тормош нормаһы” төбәк проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла

Башҡортостанда спорт менән шөғөлләнеү һәм сәләмәт тормош алып барыу өсөн саф һауалағы майҙансыҡтар һаны артҡандан-арта бара. Улар ҡалаларҙа һәм район үҙәктәрендә генә түгел, ауылдарҙа ла барлыҡҡа килә башланы. Яңыраҡ тышҡы тренажерҙар ҡуйылған воркаут-зона Дүртөйлө районының Семилетка ауылында асылды.
Проект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Демография” милли проектының “Спорт – тормош нормаһы” төбәк проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Был өй янында саф һауала уңайлы шарттарҙа физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеге бирә. Бындай фитнес-залдарҙың хаҡы ике миллиондан ашыу һум тора. Һәр теләгән кеше уларҙа бушлай шөғөлләнә ала.
Стадион биләмәһе хәүефһеҙ резина япма менән ҡапланған. Уның өҫтөндә төрлө күнекмәләр өсөн снарядтар урынлаштырылған. Бында турниктар, теннис өҫтәле, баскетбол сеткаһы, ҡаяға үрмәләү стенаһы бар.
Спорт майҙансығы ғаиләләргә балалары менән ял итеү өсөн популяр урынға әйләнә бара. Дүртөйлө районы хакимиәте вәкилдәре был комплекста районда йәшәгән һәр кем ҡасан теләй - шунда шөғөлләнә ала, ти.
Ауыл халҡы ла бындай бүләккә бик ҡыуанған. Улар майҙансыҡта спорт менән шөғөлләнеп кенә ҡалмай, ГТО нормаларын тапшырыу мөмкинлеге лә алды. Шуға күрә был майҙансыҡ йәштәрҙә лә, өлкәндәрҙә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.
Район хакимиәтендә белдереүҙәренсә, оҙаҡламай Дүртөйлө ҡалаһының муниципаль тестар үткәреү үҙәгенә ГТО нормаһын тапшырыу өсөн күсмә мобиль ҡорамал киләсәк. Тимәк, бында үҙ көсөн райондың башҡа ауылдарында йәшәгән кешеләр ҙә һынап ҡарай аласаҡ.
Сығанаҡ: “Башҡортостан” гәзите
Фото: Дүртөйлө районы хакимиәте
Читайте нас: