Ҡурай
+14 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
9 Февраль 2021, 14:34

Ағиҙелдә конькиҙа шыуыу ярыштары үтте

Үткән аҙна аҙағында ямғыр яуып, физкультура, спорт һәм йәштәр сәйәсәте бүлегенең бөтә пландарын боҙа яҙҙы – Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе һырғалағы күлгә әйләнде. Шуға ла ярыштарҙы шәмбенн йәкшәмбегә күсерергә булдылар. Был көнгә һауа торошо һалҡынайып, һырғалаҡ йәнә боҙ менән ҡапланды. Етмәһә, 7 февралдә Рәсәйҙә ҡышҡы спорт төрҙәре көнөн билдәләйҙәр, был көндә ярыштарҙы үткәреү символик булды.

Һырғалаҡта парлап ярыштылар. Бер ҡатнашыусы һырғалаҡтың бер яғынан старт алды, икенсеһе – ҡаршы яғынан. 10 йәшкә тиклемгеләр һырғалаҡты бер ураны, өлкәнерәктәр – ике.
Дүрт йәштән алты йәшкә тиклем малайҙар: Данил Ғайҙуллин, Мансур Сайфутдиаров, Раян һәм Райлин Закировтар, Сыңғыҙ ҙәм Арслан Ғатауллиндар быйыл беренсе тапҡыр ярыштарҙа ҡатнаштылар. Судьялар малайҙарға урын биреп тормаҫҡа булды – бөгөнгө көндә уларҙы яулаған урынға түгел, конькиҙа йөрөү, ярышта ҡатнашыу процессына ҡыуана белергә өйрәтеү мөһим.
7 йәштән башлап ҡалған йәш категориялар араһында ысын ярыш булды. Ҡыҙҙар араһында Злата Холбан, Елизавета Багаури, Валерия Жеребцова еңеү яуланылар. Малайҙар араһында беренселекте Алексей Зимин, Радмир Яҡупов, Рафаэль Ҡаюмов яуланы. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында иң шәп йүгереүселәр – Гөлнара Сайфутдиарова, Эльза Ғайсина, Инзилә Кашапова булды. Иң етеҙ ир-аттар – Александр Жариков, Рөстәм Сайфутдиаров, Марат Хөснөтдинов.
Финишҡа килгән балаларҙың һәр береһен татлы күстәнәс менән ҡаршыланылар, еңеүселәр маҡтау ҡағыҙҙары һәм миҙалдар менән бүләкләнде.
Ярыштан барыһы ыңғай эмоциялар алып ҡайтып китте.
Читайте нас: