Ҡурай
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
14 Февраль 2021, 21:48

Ярыштарҙа уңыштар

Ағиҙел ҡалаһы Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең еңел атлетика секцияһында тәрбиәләнеүселәр үткән аҙна аҙағында бер нисә ярышта ҡатнашып, миҙалдар яуланы.

11-13 февралдә Стәрлетамаҡта үткән “Йәштәр шиповкаһы” тип аталған республика ярыштарында Динар Хайртдинов йүгереү буйынса дүртенсе урында булһа, йыраҡлыҡҡа һикереүҙә бронза миҙал яуланы. Азамат Әхмәтшин 37 спортсы араһынан финишҡа 19-сы булып килде.
13 февралдә “Торпедо” еңел атлетика комплексында Нефтекама ҡалаһының еңел атлетика буйынса асыҡ беренселеге үтте. Был ярыштарҙа Кирилл Антипин ике дистанцияла көмөш миҙалдар яуланы. Милена Хайртдинова 600 метрға йүгереп, көмөш миҙал, 60 метрлыҡта бронза яуланы. 600 метрлыҡ дистанцияла шулай уҡ Дмитрий Шишкин финишҡа икенсе булып килде. 60 метрлыҡ дистанцияла Ангелина Кудашева менән Анастасия Федорова үҙ йәш категорияларында икенсе урында булдылар.
Бөтә призер һәм еңеүселәр ҙә грамоталар, миҙалдар менән һәм аҡсалата бүләкләнделәр. Спорсыларҙың тренерҙары Рауил Ғаҙиев менән Лиана Федотова балаларҙы ярыштарға алып барырға ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәттәрен белдерә.
Фотола: Динар Хайртдинов, Азамат Әхмәтшин һәм уларҙың тренеры Равил Ғаҙиев.
Читайте нас: