6 мартта “Ағиҙел” спорт-ял итеү үҙәгендә үҙенсәлекле сара үтте: бында ҡатын-ҡыҙҙар футбол уйнаны.
Уйын бөтә ҡағиҙәләр буйынса үтте. Хатта командаларҙың исемдәре дә ысын футболса ине: йәшел формалағы команда үҙен “Реал Мадрид” тип атаны, зәңгәрҙәр уларҙан ҡалышманы, “Барселона” исемен алды. Уйындың баш судъяһы Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә футбол секцияһы тренеры Владимир Харланов булды.
Ҡатын-ҡыҙҙар көлөшөп, футболды шаяртып уйнаһалар ҙа, баш судъяның һыбыҙғыҙы тынып торманы, ул футбол уйынының бөтә ҡағиҙәләрен үтәүҙе талап итте.