13 мартта Ишембай ҡалаһында Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры В. Новожилов иҫтәлегенә XXXI традицион саңғы марафонында Яңауылдан Руслан Мулләхмәтов та ҡатнашты.
Уның әйтеүе буйынса, был марафон саңғы спортын һөйөүселәр араһында киң танылыу алған. Унда йөҙәрләгән спортсы йәшенә тейешле арауыҡта көс һынаша.
Руслан 40-49 йәшлек ир-аттар араһында 20 км дистанцияны 57 минут 47 секундта килеп өсөнсө урын яуланы. Ул ошо дистанцияла абсолют зачеттала өсөнсө булды.
Әйткәндәй, Р. Мулләхмәтов Өфөлә, башҡа район-ҡалаларҙа уҙған саңғы ярыштарында ла әүҙем ҡатнаша.