Спорт һәм туризм
5 Апреля 2021, 17:11

Ағиҙел көрәшселәре республика йыйылма командаһы составына инде

Марттың һуңғы көндәрендә Ишембай ҡалаһында 15-17 йәшлек спортсылар араһында көрәш буйынса Республика Беренселеге үтте.

Сарала 200 йәш спортсы һәм 22 команда ҡатнашты. Ярыштарҙа еңеүселәр май айында Октябрьский ҡалаһында үтәсәк Рәсәй Беренселегенә һайланып алынды.
Ағиҙелдән ярыштарҙа биш көрәшсе ҡатнашты. Наил Зиләлетдинов менән Максим Семакин көмөш миҙалдар яуланылар. Улар республика йыйылма командаһы составына инеп, Рәсәй Беренселегендә ҡатнашасаҡ.
Көрәшселәрҙе тренерҙар Андрей Жеребцов, Радик Уразбахтин һәм Венер Мөхитов әҙерләне. Радик Уразбахтин менән Венер Мөхитов ярыштарҙа судья булдылар, өҫтәүенә Венер баш судья булды.
Читайте нас