Ҡурай
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
12 Апрель 2021, 15:30

Яңы чемпион

Нефтекама ҡалаһының “Ягуар” клубы көрәшсеһе Руслан Яманбаев EAGLE FC лигаһында ярым еңел ауырлыҡта пояс эйәһе Рәсүл Магомедовты еңеп, чемпион булды.

Нефтекама ҡалаһының “Ягуар” клубы көрәшсеһе Руслан Яманбаев EAGLE FC лигаһында ярым еңел ауырлыҡта пояс эйәһе Рәсүл Магомедовты еңеп, чемпион булды.
EFC 35 турниры Мәскәү ҡалаһында үтә. Көрәш шаҡтай ҡыҙыу башлана һәм бер ни тиклем ваҡыттан һуң уҡ көрәшселәр партерға күсә. Нефтекама егете быуыу алымын ҡулланып, Магомедовты бирелергә мәжбүр итә. Шулай итеп, Яманбаев еңел ауырлыҡта ойошманың яңы чемпионы була.
Буйы артыҡ оҙон булмағанлыҡтан, көрәштәштәре Русланды ҡурҡыныс тип һанамай, тик нефтекамалы улар уйлағанса түгел. Руслан тренерҙарына бик рәхмәтле. Ул 2-3 айға тәнәфес яһарға уйлап тора.
Читайте нас