Ҡалтасы командаһы Республикала үткән ХХIХ-се спартакиадаһында ҡатнашып, йәйәүле туризм спорт төрөндә үҙ көстәрен һынанылар. Спартакиада Өфө ҡалаһының Еңеү паркында үтте.
Әйтеп үтергә кәрәк, ошондай төр спартакиадала беҙҙең Ҡалтасы районы күптән ҡатнашҡаны булманы. Ҡалтасы районын Аксаев Павел, Байдуганов Маркел, Шакиртов Максим, Дмитриев Роман, Гәрәева Снежанна һәм Гәрәева Дина яҡланы. Йәйәүлеләр спорт төрө дистанцияһы буйынса түбәндәге һынауҙарҙы үҙ эсенә ала: бүрәнә буйлап кисеү, «вертикаль маятник» ысулы буйынса кисеү, аркан аша кисеү, тауҙан төшөү һәм тауға менеү ысулдары бар. Ҡатын-ҡыҙҙар һәи ир-егеттәр бирелгән спорт төрөнөң дистанцияһында айырым ҡатнаштылар.
Шулай итеп, беҙҙең егеттәр һигеҙенсе урын яуланы.