Ҡурай
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
19 Ғинуар 2022, 21:31

Ағиҙелдә волейбол ярыштары үтте

13 ғинуарҙан башлап 15 ғинуарға тиклем Ағиҙелдә 13-14 йәшлек малайҙар араһында волейбол буйынса Башҡортостостан Республикаһы кубогының финалы үтте.

Ағиҙелдә волейбол ярыштары үтте
Ағиҙелдә волейбол ярыштары үтте

Финалда Ағиҙел, Нефтекама, Өфө  ҡалаларынан, Кушнаренко һәм Борай райондарынан алты команда көс һынашты.

Ярыштарҙа беренсе урынды Өфө ҡалаһынан 7-се опимпиада резервы мәктәбенең командаһы яуланы, икенсе урында Нефтекама командаһы, өсөнсөлә Өфө ҡалаһының 34-се мәктәбе булды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йыл Башҡортостан Республикаһының спорт өлкәһендә  волейбол йылы тип иғлан ителде. Был йылда республикала волейбол уйынын популярлаштырыуға йүнәлтелгән саралар үтәсәк.

 

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас: