Башҡортостанда әлеге ваҡытта эшләгән глэмпингтар исемлеге баҫылған. Хәҙер унда яңы туризм төрөндәге 38 объект иҫәпләнә.
Республикала модулле отелдәр селтәрен үҫтереү туристар ағымын арттырыға ярҙам итергә тейеш, тип иҫәпләй эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. Уның һүҙҙәренсә, был өлкәлә яңы эш урындары барлыҡҡа килер, шулай уҡ бюджетҡа һалым керемдәре артыр.
Яңыраҡ Ҡырмыҫҡалы районында Natura Park глэмпингы асылды. Проектты тормошҡа ашырыуға 12 миллион һум самаһы аҡса һалынған һәм алты яңы эш урыны булдырылған, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Тиҙҙән Башҡортостанда тағы ла бер нисә глэмпинг асыу планлаштырыла. Яңы туристик урындар «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, индивидуаль эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү» һәм «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекттарын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә асыла.
Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.