Ҡурай
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
5 Август 2022, 12:29

Өфөлә «Терра Башҡортостан» ат-спорт турниры миҙгеленең тәүге сирек финалы уҙғарыла

Сарала ҡатнашыусыларҙы башҡорт тоҡомло аттар сабышы, балалар һәм өлкәндәр өсөн күңел асыу программаһы көтә.

Өфөлә «Терра Башҡортостан» ат-спорт турниры миҙгеленең тәүге сирек финалы уҙғарыла
Өфөлә «Терра Башҡортостан» ат-спорт турниры миҙгеленең тәүге сирек финалы уҙғарыла

Шәмбе, 6 августа, Өфөнөң «Аҡбуҙат» ипподромында «Терра Башҡортостан» ат-спорт турниры миҙгеленең беренсе сирек финалы уҙғарыла, тип хәбәр итте Өфө мэрияһының матбуғат хеҙмәте.

Сарала ҡатнашыусыларҙы башҡорт тоҡомло аттар сабышы, балалар һәм өлкәндәр өсөн күңел асыу программаһы көтә. Популяр актриса Зоя Бербер («Реаль егеттәр» һәм «Анна Николаевна» проекты) ҡатнаша. Киске сәғәт 5-тә башлана.

 

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Автор:
Читайте нас: