Ҡурай
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
20 Октябрь 2022, 10:34

«Янғантау» геопаркына килеүсе туристар һаны уны булдырғандан бирле өс тапҡырға артҡан

Төбәк етәксеһе белдереүенсә,  геопарк эре фәнни һәм белем биреү ойошмалары – йәмғеһе 16 учреждение менән хеҙмәттәшлек итә.

«Янғантау» геопаркына килеүсе туристар һаны уны булдырғандан бирле өс тапҡырға артҡан
«Янғантау» геопаркына килеүсе туристар һаны уны булдырғандан бирле өс тапҡырға артҡан

«Янғантау» геопаркы үҙенең биш йыллығынг билдәләй. Ул ЮНЕСКО глобаль геопарктары бөтә донъя селтәренә индерелгән Рәсәйҙәге һәм Советтар Союзынан һуңғы киңлектәге тәүге геопарк булып тора. Донъяла бындай статусҡа 46 илдә 177 объект эйә.

«Площадь геопарка «Янган-Тау» – 1774 кв. км. Находится в Салаватском районе. В нем – 58 достопримечательностей, среди которых Идрисовская и Лаклинская пещеры, источник Кургазак, гора Янгантау, Мечетлинский разрез, музей Салавата Юлаева и многие другие. Геологические объекты регионального, федерального и международного значения, памятники археологии, богатое историческое и культурное наследие – все это делает наш геопарк точкой притяжения для туристов, в том числе из-за рубежа. Только в прошлом году его посетили 110 тыс. человек, а с момента основания количество туристов выросло втрое», - тип яҙған Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәр сәхифәләрендә.

Төбәк етәксеһе белдереүенсә, геопарк эре фәнни һәм белем биреү ойошмалары – йәмғеһе 16 учреждение менән хеҙмәттәшлек итә. Был эшкә эшҡыуарҙар ҙа ҡушылған. «Янғантау»ҙа республикала булдырылған визит үҙәктәренең береһе урынлашҡан. Гепарк биләмәһендә мәғлүмәт һәм юл күрһәтеү стендтары ҡуйылған.

 

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Автор:
Читайте нас: