Ҡурай
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
18 Ноябрь 2022, 12:05

Тәүге өс лидер иҫәбендә

Нефтекамала ҡыҙҙар араһында волейбол буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселеге тамамланды. Ҡатнашыусыларҙы һуңғы бер нисә йылда Нефтекама тәүге тапҡыр ҡабул итте.

Ярыштарҙа республиканың төрлө ҡалаларынан 20 команда ҡатнашты. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса 1-се урынды Өфө командаһы алды, уларҙан бер аҙға ғына Салауат ҡыҙҙары ҡалышты, 3-сө урынға Нефтекама ҡыҙҙары лайыҡ булды.  Беренселек еңеүсеһе һәм призерҙары Волга буйы федераль округының финал этабына сыҡты. Сара 10-20 декабрҙә Түбәнге Новгород ҡалаһында үтәсәк.

Тәүге өс лидер иҫәбендә
Тәүге өс лидер иҫәбендә
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас: