Ҡурай
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
9 Февраль 2023, 11:28

Боҙҙа мотоуҙыш буйынса Рәсәй кубогында «Ҡалтасы» спорт-техник клубы командаһы чемпион булған

Боҙ спидвейы буйынса Башҡортостан командаһында Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Дмитрий Буланкин, Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры Андрей Шишегов һәм Рәсәй спорт мастеры Максим Лушников сығыш яһай.

Боҙҙа мотоуҙыш буйынса Рәсәй кубогында «Ҡалтасы» спорт-техник клубы командаһы чемпион булған
Боҙҙа мотоуҙыш буйынса Рәсәй кубогында «Ҡалтасы» спорт-техник клубы командаһы чемпион булған

29 ғинуарҙа Саранскиҙа 2023 йылғы боҙҙа мотоуҙыш буйынса Рәсәй команда кубогының беренсе этабы уҙа. Мордва Республикаһының Спорт министрлығы хәбәр итеүенсә, алты урау серияһы йомғаҡтары буйынса башҡорт «Ҡалтасы» спорт-техник клубы уҙышсылары еңеү яулай.

Боҙ спидвейы буйынса Башҡортостан командаһында Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Дмитрий Буланкин, Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры Андрей Шишегов һәм Рәсәй спорт мастеры Максим Лушников сығыш яһай.

Рәсәй ярыштарында республика һәм Ҡалтасы районын лайыҡлы күрһәткән мотоуҙышсыларҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Ҡалтасы районы хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин ҡотлаған. «Был көслө булды! Һөнәри оҫталығығыҙ һәм фиҙаҡәрлегегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, егеттәр! Ҡотлайбыҙ!» - тип яҙған ул.

 

Сығанаҡ: Калтасинская Заря

Автор:
Читайте нас: