Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Илеш районының Ашман ауылында урынлашҡан «Орленок» балалар һауыҡтырыу лагерына газ үткәрергә ҡушты.
«Унда утын яғып йылытылған бер ҡаҙанлыҡ эшләй, шулай ҙа унда газ үткәрергә кәрәк, яҡында ғына өс ауыл, уларҙың халҡы ла газ менән тәьмин ителергә тейеш», — тине республика етәксеһе.
Оператив кәңәшмә барышында Радий Хәбиров учреждениела бәйләнеш юҡлығы мәсьәләһен дә ҡуҙғатты.
«Орленок»та бәйләнеш насар, заманса лагерҙа элемтәһеҙ мөмкинме һуң? Быны эшләргә кәрәк», — тине Башҡортостан Башлығы.
Бынан тыш, кәңәшмәлә лагерь биләмәһендә ябыҡ типтағы физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителде.
«Лагерь йыл әйләнәһенә эшләй, ҡышын балаларҙың залда баскетбол уйнау мөмкинлеге булырға тейеш. Беҙ уға тағы аҙыраҡ аҡса бүлербеҙ, 2023 йылға бюджетта физкультура-һауыҡтырыу комплексын проектлау мөмкинлеген иҫәпкә алыуҙы һорайбыҙ. «Орленок»ты яйлап күтәрәбеҙ, яҡшы йоҡо корпусын сафҡа индерҙек, хәҙер уҡыу корпусы төҙөлә, үҫеш бар», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.