-4 °С
Болотло
Әйткәндәй, балаларҙың яртыһы был спорт төрө менән етди шөғөлләнә. Улар үткән йылдың октябрендә Ҡалтасы 1-се мәктәбендә эшләй башлаған «Башҡортостан» үҙәк шашка клубы ағзалары булып тора.
Уйынсыларҙың барыһын да ҡул биреп сәләмләгәндән һуң, Тамара Танһыҡҡужинаның беренсе йөрөнө. Ритм бирелде, партия башланды. 20 минут, 25, 30. Һәм бына тәүге еңелеүсе – 2-се класс уҡыусыһы Матвей. Еңелһә лә, уның кәйефе һис кенә лә төшмәне.
Еңеүгә өлгәшә алмаһалар ҙа, балалар Тамара Танһыҡҡужина менән партия уйнауҙарына шат ине. Бөтәһе өсөн дә иң мөһиме - ҡыҙыҡлы уйын.
Сығанаҡ: Калтасинская Заря.